Былтыр апрелдә "Ауыл табибы" программаһында ҡатнашырға теләп, Динә Наурыҙова Өфө районының Шамонин ауылы амбулаторияһына табип-педиатр булып эшкә урынлаша. Ноябрҙә иһә был программа буйынса бер тапҡыр түләнә торған компенсацияға ғариза тапшыра, әммә конкурсты үтмәй. Республика буйынса тағы ла 115 табип миллион һумһыҙ ҡалған.
Фәрзәнә Хөбөтдинова ауыл амбулаторияһына өс ейән-ейәнсәренә прививка яһатырға килгән. Табип-педиатр тәүҙә малай-ҡыҙҙарҙың йөрәк тибештәрен тыңлап, тамаҡтарын ҡарап, һау-сәләмәт булыуҙарын билдәләне. Әйткәндәй, Шамонин ауылында йәшәүселәргә Өфө поликлиникаларына йөрөйһө түгел, амбулаторияла профилле белгестәр эшләй.
Динә Наурыҙова былтыр апрелдә амбулаторияға балалар табибы булып эшкә урынлаша. Үҙе Өфөнән, Шамонин ауылына ул көн һайын автобуста йөрөй. "Ауыл табибы" дәүләт программаһы буйынса финанс ярҙам алған хәлдә, йәш белгес ошо уҡ ауылда ғаиләһе менән торлаҡ шарттарын яҡшыртырға хыяллана.
Тик был тормошҡа ашмаҫлыҡ хыял, ахыры. Йыл башында Динә Наурыҙова эштән китеүгә ғариза яҙа. Сәбәбе ябай. Былтыр декабрҙә "Ауыл табибы" программаһы буйынса аҡсалата ярҙам алыусылар исемлеге билдәләнә.
"Финанс ярҙам алмау сәбәпле, Михайловка һәм Шемәк ауылдарында терапевт һәм педиатр булып эшләгән йәш белгестәр хеҙмәт урындарынан китте,"-ти Динә Миңлехан ҡыҙы. Шамонин ауылы амбулаторияһында ла тиҙҙән балалар табибы вакансияһы барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Өс ауылды хеҙмәтләндергән медицина учреждениеһында 1500 бала иҫәптә тора, уларҙың 35-е быйыл ғына донъяға килгән. Әйткәндәй, Динә Наурыҙова табип-педиатр булып эшләүҙән тыш, Шамонин ауылындағы амбулаторияны ла етәкләй.
Урындағы халыҡ балалар табибына ҡарата тик яҡшы фекерҙә. Улар үҙҙәре үк бер йыл элек Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итеп, амбулаторияла табип-педиатрҙың яңы ставкаһы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Ни тиһәң дә, 2017 йылдың апреленә тиклем профилле белгес аҙнаһына бер тапҡыр ситтән килеп өс сәғәт кенә ҡабул итеү ойошторған була.
"Ауыл табибы" программаһы республикала алтынсы йыл эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә мең өс йөҙҙән ашыу белгес миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алған. Билдәле булыуынса, программала ҡатнашырға ғариза биреүселәрҙең барыһы ла конкурсты үтә алмай. Квота сикле.
Әлегә Өфө районындағы Шамонин ауылы амбулаторияһы табип-педиатры Динә Наурыҙова эштән китеү тураһындағы ғаризаһын кире алған. Урындағы халыҡ һорауы буйынса. Улар йәш белгесте ебәрергә теләмәй. Власть органдарына ярҙам һорап мөрәжәғәттәр ҙә яҙғандар.




