Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Иглин районынан Хәсән Иҙиәтуллин менән Кушнаренко районынан Марсель Әхиәретдинов юлға 30 март сыҡҡайны, улар маршрутты 22 августҡа тиклем үтергә иҫәп тота.
Билдәле булыуынса, яҡташтарыбыҙ көнөнә 30-40 саҡрым ара уҙа, аттар арымаһын өсөн күберәк йәйәү атлайҙар. Мәккәгә һыбай барыу хаҡында уҙамандар күптән хыялланған.
Сәғүд Ғәрәбстанына барып етеү өсөн һыбайлыларға тағы ла яҡынса 3 мең саҡрым юл үтергә кәрәк.




