Төбәктә һуңғы тәүлектә тәбиғәт ҡосағында дүрт янғын сығыу осрағы теркәлгән. Космос мониторингы ярҙамында дүрт урын билдәләнгән.
Тәүге янғын Әлшәй районында теркәлә. Баҫыуҙа ҡалған ҡоро үләнгә ут тоҡана, уны тиҙ арала һүндереүгә өлгәшәләр. Шулай уҡ Шишмә, Ишембай райондарында ла баҫыуҙа ут сыға. Федоровка районында иһә ҡыйлыҡ яна.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты аяу булырға һәм янғын хәүефһеҙлеген сараларын күҙәтеүгә саҡыра. Сөнки тиҙҙән хәүефле миҙгел башлана. Айырыуса, тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәргә һәм баҫыу эштәрен башҡарған ваҡытта иғтибарлы булыу мөһим.




