Башҡортостанда йәмәғәт транспортында юл йөрөү хаҡы арта

1 майҙан электричкаларҙа юл йөрөү хаҡы артасаҡ. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, төбәктә хаҡтар уртаса 21 һумға тиклем күтәреләсәк һәм ун саҡрымдан һуң, һәр саҡрым өсөн 2,1 һум күләмендә билдәләнәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда йәмәғәт транспортында юл йөрөү хаҡы арта

Өфөнән Шишмәгә тиклем юл хаҡы- 88 һум буласаҡ. Әле был йүнәлештә юл хаҡы 80 һум тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә республикала 85 ҡала сите электричкаһы халыҡты хеҙмәтләндерә.

Төбәктә был транспорт төрөнә даими ихтияж арта. Шулай уҡ артабанда ташламалы йөрөү дауам итәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ