Республикала уҡыусы мәктәпкә һөжүм яһай, зыян күреүселәр бар

Бөгөн, 18 апрель, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә ғәҙәттән тыш хәл теркәлә. Белем учреждениеһына һөжүм яһау һөҙөмтәһендә, дүрт кеше зыян күрә.

Фото №1 - Республикала уҡыусы мәктәпкә һөжүм яһай, зыян күреүселәр бар

Бысаҡ менән ҡоралланған уҡыусы мәктәпкә һөжүм яһай. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер уҡыусы ҡыҙға тәҙрәнән һикерергә тура килгән. Шулай уҡ мәктәп уҡыусытыусыһы ла ауыр яраланған. Һөжүм яһаусы уҡыусы малай үҙ-үҙенә ҡул һалырға теләгән, тип хәбәр итәләр. (к3)

Фото №2 - Республикала уҡыусы мәктәпкә һөжүм яһай, зыян күреүселәр бар

Әлеге ваҡытта ғәҙәттән тыш хәл урынында ҡаланың тейешле органдары эшләй. Bash.news ваҡиғалар үҫешен күҙәтеп торасаҡ.

Фото №3 - Республикала уҡыусы мәктәпкә һөжүм яһай, зыян күреүселәр бар
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ