Өфөгә инеү урынында урынлашҡан ҡала исеме хәрефтәре яңыртылды

Төҙөкләндереүҙән һуң, ҡала исеменең башҡорт телендәге хәрефтәре яңыртылды. Ошо көндәрҙә хәрефтәрҙе урынлаштырҙылар ҙа инде.

Фото №1 - Өфөгә инеү урынында урынлашҡан ҡала исеме хәрефтәре яңыртылды

Яңы хәрефтәр заманса технологиялар ҡулланып, үҙгәртелде. Яҡтыртыу өлөшө юғары сифатлы светодиодтарға алмаштырыла, шулай уҡ ҡоролманың бейеклеге 80 см-ға күтәрелә. Бер хәрефтең ауырлығы- 400 кг, бейеклеге- 4 метр.

Бөгөн рус телендәге хәрефтәрҙе яңыртыуға сисеп аласаҡтар. Ә инглиз телендәгеләр -төҙөкләндереү өҫтөндә. Яңыртыу эштәре май аҙағында тамамланасаҡ

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ