Республиканың Тикшереү комитеты Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү эше алып бара.
Бөгөн, 18 апрель, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенең коррекцион класында уҡыған 17 йәшлек үҫмер информатика кабинетына инеп, синыфташ ҡыҙының ҡулын бысаҡ менән йәрәхәтләй. Шулай уҡ уҡытыусыһына ла һөжүм яһай. Артабан яна торған шыйыҡса һирпеп, ут тоҡандыра, үҙ-үҙен бысаҡ менән йәрәхәтләй. Янғын сигналы эшләп китеү сәбәпле, күрше бүлмәлә уҡып ултырған ҡыҙ, ҡурҡып, икенсе ҡаттан һикерә. Зыян күреүселәр һәм һөжүм яһаусы үҫмер дауаханаға оҙатыла.





