Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Стәрлетамаҡта теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл урынына йүнәлде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән белем учреждениеларының береһенә үҫмер егет килеп инеп, уҡытыусыһына һәм уҡыусыларға һөжүм итә, кабинетта ут сығара.
Иртәнге сәғәттәрҙә дежур пультҡа ҡаланың мәктәптәренең береһендә янғын сығыуы хаҡында мәғлүмәт килә. Янғын һүндереүселәр шунда уҡ ваҡиға урынына барып етә. Асыҡланыуынса, коррекцион класс уҡыусыһы информатика кабинетына инеп, канцеляр бысаҡ менән синыфташын һәм уҡытыусыһын йәрәхәтләй. Унан һуң компьютерға ут төртә.
Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшләй. Билдәле булыуынса, уҡыусы балалар күрше гимназияға күсерелгән.




