Башҡалала ауыр хәлдәге баланы дауалау препараттары менән бушлай тәьмин итмәгәндәр

Прокуратура мөмкинлеге сикләнгән баланың хоҡуҡтарын яҡланы. Билдәле булыуынса, тыумыштан ҡыҙ бала бөйөр ауырыуы менән яфаланған була, бер нисә операция ла кисергән.

Фото №1 - Башҡалала ауыр хәлдәге баланы дауалау препараттары менән бушлай тәьмин итмәгәндәр

Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 7 йәшлек ҡыҙ бала көн һайын иммуносупрессив препараттар ҡулланырға тейеш. Тик төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был препараттарҙың һаулыҡ өсөн мөһим булмағандар теҙмәһенә индереп, медикамент биреүҙән баш тартҡан. Прокуратура сирлене мөһим препараттар менән тәьмин итеүҙе талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә.

Суд ыңғай ҡарар сығара. Тиҙҙән баланы дауалау препараттары менән бушлай тәьмин итәсәктәр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ