Ошо көндөрҙө ҡала хакимиәтендә Ленин районындағы янғындар буйынса һөйләшеү үтте. Билдәләп үтергә кәрәк, район биләмәһендә дүрт янғын һүндереү часе иҫәпләнә.
Хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала өс янғын теркәлгән, бер кеше зыян күргән. Һәләк булыусылар юҡ. Аҙна дауамында янғын һүндереүселәр биш тапҡыр сүп-сар һәм үләндәргә ут тоҡанған урынға сыҡҡан.
Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡыралар. Янғын сыҡҡан осраҡта тиҙ арала 112 йәки 101 телефон һандары буйынса янғын һүндереүселәр хеҙмәтен саҡырыу мотлаҡ..




