Стәрлетамаҡта алдан уҡ мәктәпкә һөжүм иткән үҫмерҙең агрессив характерлы булғаны хаҡында белгәндәр

Республикала Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы мәктәбенә һөжүм яһау осрағы буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн иртән теркәлә. Әле ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта алдан уҡ мәктәпкә һөжүм иткән үҫмерҙең агрессив характерлы булғаны хаҡында белгәндәр

Билдәле булыуынса, 17 йәшлек үҫмер егет агрессив характерлы булараҡ билдәле булған. Был хаҡта Балиғ булмағандар енәйәтселеген профилактикалау органы белгән.

Социаль селтәрҙәр үҫмерҙең таныштары, һөжүм итеү алдан уйланылған, тип хәбәр итәләр. Синыфта егеттән мыҫҡыл иткәндәр. Уҡыусы алдан уҡ был уйын күҙаллап ҡуя. Тиңдәштәренә һөжүм итәсәк мәктәптең фотоһүрәттәрен дә күрһәткән була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ