Учалы район суды 30 йәшлек ҡатынды балиғ булмаған үгәй улын кәмһетеүҙә ғәйепләй.
Тикшереү эше мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың сентябренән алып ноябрь айына тиклем ҡатын иренең улын йәберләй. Үгәй әсә бер нисә тапҡыр ете йәшлек балаға көс ҡуллана. Был хаҡта малайҙың өләсәһе хәбәр итә. Әле бала атаһы менән йәшәй.
Ҡатын үҙ ғәйебен таный. Суд ғәйепләнеүсене өс йылға һынау срогы менән дүрт йылға шартлы рәүештә хөкөм итте.




