Өфөлә баҡсасылар өсөн йәрминкә үтәсәк

21 апрель баҡсасылар өсөн йәрминкә ойоштороласаҡ. Сара баҡса миҙгеле алдынан «Волна» скверы янында уҙасаҡ.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ иғтибарына орлоҡтар, үҫентеләр, тупраҡ һәм башҡа баҡсаға кәрәкле әйберҙәр тәҡдим ителәсәк. Баҡса сәскәләренә, декоратив үҫемлектәргә айырым иғтибар бүленәсәк. Сарала баҡса тауарҙары менән ойошмалар, эшҡыуарҙар, баҡсасылар ҡатнаша ала.

Йәрминкә иртәнге туғыҙҙан сәғәт дүрткә тиклем эшләйәсәк. Өҫтәлмә мәғлүмәттәрҙе 2290413 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.