Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ мәктәбендә оператив кәңәшмә уҙғарҙы. Билдәле булыуынса, бөгөн урында уҡыусы информатика уҡытыусыһына һәм синыфташ ҡыҙына бысаҡ менән ташлана.
Төбәк башлығы ҡушыуынса, тиҙ арала республиканың барлыҡ мәктәптәренә инеү режимы көсәйтеләсәк. Тикшереү эше тамамланғандан һуң, янғын сыҡҡан кабинетта төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.
Рөстәм Хәмитов, уҡытыусылар менән кәңәшмә уҙғарған ваҡытта, социаль селтәрҙәрҙә көс ҡулланыуҙы пропагандалаған төркөмдәр менән көрәш алып барыуға иғтибар бүлер кәрәк, тип билдәләне.
Рөстәм Хәмитов
Төбәк башлығы дауаханаға барып, зыян күреүселәр менән әңгәмәләште. Табиптар билдәләүенсә, ҡыҙҙарҙың хәле яҡшы, улар менән психологтар эшләй.
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урында тәфтишселәр эшләй.





