Иртәгә республикала ямғыр яуыуы көтөлә

Кесе йома, 19 апрель, республикала иртәнге ваҡытта һәм көндөҙ урыны менән ямғыр яуып үтәсәк. Төндә яуым-төшөм көтөлмәй.

Фото №1 - Иртәгә республикала ямғыр яуыуы көтөлә

Һауа торошо тураһында мәғлүмәт Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы сайтында урынлаштырылған. Республика халҡын болотло һауа торошо көтә. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Көндөҙ һауа температураһы 13 градусҡаса күтәреләсәк, төндә биш градус йылы, урыны менән биш градусҡаса һыуытыуы ихтимал.

Иртәнге ваҡытта юлдарға томан төшөүө ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ