Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡ ҡала мәктәбендә теркәлгән ғәҙәттән тыш осраҡ буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатты

Енәйәт эштәре "Ике һәм унан да күберәк кешене үлтерергә маташыу" статьяһы һәм бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү органдарының яуаплы шәхестәре тарафынан күрһәтелгән вайымһыҙлыҡ факты буйынса асылған. Алдан хәбәр ителеүенсә, бөгөн иртән ҡаланың 1-се мәктәбендә 9-сы синыф уҡыусыһы бысаҡ менән уҡытыусыға һәм ике балаға ташланған. Һуңынан ул бүлмәгә ут төртөп, үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташҡан.

Фото №1 - Тәфтиш комитеты Стәрлетамаҡ ҡала мәктәбендә теркәлгән ғәҙәттән тыш осраҡ буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатты

Барыһы ла күҙ асып йомғансы булды, ти уҡыусылар. Дәрес башланып та өлгөрмәй уҡытыусының ҡысҡырған тауышы ишетелгән, һуңынан янғын сигнализацияһы, ә күп тә үтмәй коридорҙа бысаҡ тотоп ҡанһырап йөрөгән класташтарын күргәндәр.

Шаһиттар әйтеүенсә, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы дәрескә башҡаларҙан һуңлап инә һәм шундуҡ тиҫтерҙәренә бысаҡ менән ташлана. Тәүҙә алғы партала ултырған ҡыҙҙарға һөжүм итә. Береһенең яурындарына , икенсеһенең күкрәгенә бысаҡ менән сәнсеп өлгөрә. Ҡан-ҡойошто 29 туғыш йәшлек уҡытыусы Екатерина Паршинаның ҡыҫылыуы ғына туҡтата. Ләкин үҫмер үҙе менән яғыулыҡ тултырылған шешә алып килгән була. Бүлмәлә янғын башлана.

Янғын сигнализацияһын ишеткән башҡа уҡыусылар шундуҡ тышҡа йүгереп сыға. Тик туғыҙынсыларға ут ялмаған бүлмәнән ҡасып ҡотолорлоҡ булмай. Уҡытыусыны ла ут эсенән тиерлек уғыусы егет алып сыға. Ә йәрәхәтләнгән ҡыҙ тәҙрәнән һикереүҙән башҡа сығыу юлы тапмай.

Белгестәр әйтеүенсә, янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарының төҙөк булыуы хәлде күпкә яҡшырта. Ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етеп уттың башҡа бүлмәләргә таралыуына юҡ ҡуймай. Ләкин үҫмерҙең мәктәпкә бысаҡ, яғыулыҡ тултырылған шешә тотоп инеүе генә һорау тыуҙыра. Баҡтиһәң, үҫмер коррекция класында уҡыған. Тиҫтерҙәре әйтеүенсә, ул быға тиклем дә мәкерле уйҙарын башҡарып ҡараған. Яуыз ниәте менән социаль селтәрҙә иптәштәре менән дә бүлешкән. Ләкин быға иғтибар итеүсе булмаған.

“Беҙҙең өсөн бик мөһим һорау: балалар үҙ проблемалары менән яңғыҙҙары ҡалмаһын өсөн беҙ нимә эшләргә, нисек тойомларға тейешбеҙ? Беҙ, профессионалдар булараҡ, уҡыусыларға дуҫ булырға тейешбеҙ, улар беҙгә кәңәш һорап килһендәр”.

Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Милана Скоробогатова

Иҫбатланмаған мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер тыйылған сайттарҙа ла ултырған. Фажиғә көнө алдынан ғына мәктәпкә уның атаһы ла килеп йөрөгән. Улының психикаһы ҡаҡшауын, өйҙә лә низағтар ҡубыуын һәм дауалау кәрәклеген хәбәр иткән. Тәфтиш комитеты ла профилактика менән шөғөлләнеүсе органдарға ҡарата үҙ эшенә һүлпән ҡарауы өсөн енәйәт эше ҡуҙғатты.

Ғәҙәттән тыш хәл урынында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та барҙы. Төбәк етәксеһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республика мәктәптәрендә пропуск режимын көсәйтеү, шулай уҡ янғын булған бүлмәне иртәгегә тиклем ремонтлау бурысын ҡуйҙы. Белем усағы иртәгә үк уҡыусыларҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Ләкин зыян күргән ике ҡыҙға һәм йәш уҡытыусыға быйылғы уҡыу йылы, күрәһең, тамам.

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ