Һыуҙың кире ҡайтыуын гидрометоүҙәк белгестәре һауа торошо менән бәйләй. Сөнки төндә 8 градусҡа тиклем һыуытҡан.
Бөгөн иртән алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Стәрлетамаҡ эргәһендә Ағиҙел кимәле һуңғы тәүлектә 10, баш ҡалала 18 сантиметрға һайыҡҡан. Бынан тыш, Шаҡша биҫтәһендә Өфө йылғаһы 16 сантиметрға кәмегән. Ә инде Бочкарев ауылы тәңгәлендә Димдең 14 сантимерға кәмеүе теркәлгән.
Синоптиктар алдағы көндәрҙең йылыныуын һәм яуым-төшөм вәғәҙәләй. Быға бәйле, ташҡындың артабан көсәйеүе ихтимал.




