Бөгөн Өфөлә команда-штаб уҡыуҙары үтте. Ул Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә өс көн дауамында барасаҡ. Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәренең яҙғы ташҡын, урман янғындары, тәбиғәт ғәрәсәте кеүек һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек барышы тикшерелде.
Практик сара сиктәрендә оло һыу ҡамауында ҡалған кешеләрҙе эвакуациялау күнекмәһе үтте. Барыһы ла ваҡытҡа башҡарылды. Ул техника, махсус ҡорамалдарҙы әҙерләп ғәҙәттән тыш хәл урынына барып етеү бурысы ҡуйылды.
Белгестәргә шулай уҡ зыян күреүселәрҙе медицина пункттарына урынлаштырыу, мөлкәтте күсереү, һыуҙы һурҙырыу кеүек сараларҙы башҡарыу талабы ла ҡуйылды. Барыһы ла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының әҙерлек кимәлен тикшереүгә йүнәлтелде. Хеҙмәткәрҙең физик мөмкинлектәренән тыш, махсус техникаларҙың төҙөклөгө лә беренсе планға ҡуйылды. Улар араһында пилотһыҙ осоусы аппарат менән эш итә белеү мөмкинлеге лә тикшерелде.




