Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса хеҙмәте тәүге өс ай һөҙөмтәленә йомғаҡ яһаны

Көн һайын республикала ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәтенең 160-тан ашыу төркөмө патрулгә сыға. Улар йәмәғәт тәртибе һәм граждандар именлеген тәьмин итеүҙән тыш, дәүләт һәм шәхси милек һағында тороусыларҙың да береһе.

Һөҙөмтә яһау, тантаналы рәүештә, һүрәттәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләүҙән башланды. Бәйгелә полиция хеҙмәткәрҙәренең балалары ҙур теләк менән ҡатнашты. Артабан батырлыҡ күрһәтеүсе ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте вәкилдәре билдәләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Рәхмәт хаты Наил Суфияровҡа тапшырылды. Ул хеҙмәттәштәре менән бергә 4 февралгә ҡараған төндә Черниковка биҫтәһендә ут эсенән өс кешене алып сыға. Улар араһында бала ла була. Мунсанан сыҡҡан көслө янғын шәхси йортто тулыһынса көл-күмергә әйләндерә.

“Роза Люксембург урамында янғын сыҡҡанын күрҙек. Барған ерҙә мунса яна ине, эргә-тирәлә кеше юҡ. Тиҙ арала йорт хужаларын уятып, уларҙы эвакуацияланыҡ”.

Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәре, рәхмәт хаты менән бүләкләнеүсе Наил Суфияров

Автор: Илдар Байбулатов.