Ишектәр асыла

Иртәгә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында йүнселдәр өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Акцияла санитар- эпидемиологик ҡануниәт өлкәһендәге талаптарҙың боҙолоуы, Таможня союзы техник регламенттары ҡағиҙәләре һәм башҡа һорауҙар ҡарала.

Асыҡ ишектәр көнөндә эшҡыуарҙар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә ала. Ведомствола асыҡ ишектәр көнө квартал һайын ойошторола. Сарала ҡатнашыу өсөн алдан яҙылыу кәрәкмәй.

“Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә, эшҡуарҙарға, йыш боҙолған ҡағиҙәләр хаҡында мәғлүмәт еткереләсәк. Шул иҫәптән санитар-эпидемиология ҡануниәтен, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм таможня союзының техник регламент талаптарының үтәлешенә бәйле һорауҙар ҡарала.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы әйҙәүсе белгесе Ләйсән Хәбрахманова

Автор: Рәмилә Исмәғилева.