Форумда Волга буйы федераль округынан коммерция булмаған ойошма ағзалары, социаль эшҡыуарҙар, төбәк һәм муниципаль власть органдары ҡатнаша. Сарала йәмәғәтселек, эшҡыуарлыҡ һәм власть араһында килеп тыуған мәсьәләләр ҡарала.
Форум тәжрибә уртаҡлашыу һәм осрашыу, аралашыу майҙаны булып тора. Баш ҡалала күләмле сара тәүгә үтә, төп темаһы - социаль тигеҙһеҙлек һәм лайыҡлы тормош. Йәмәғәтселек форумы илдең ете ҡалаһында ойошторолоп, ноябрҙә Мәскәүҙә йомғаҡ яһала. Ҡатнашырға теләүселәр Интернетта йәмәғәтселек форумы сайтында теркәлергә тейеш.




