Республикала быйыл илһөйәрлек рухын тәрбиәләүгә арналған ике программа тормошҡа ашырыласаҡ.
Ведомство-ара координация советы ултырышында билдәләнеүенсә, йәштәр тарихты белеп үҫергә, тарих менән ғорурланырға тейеш. Ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә арналған һәм Ватан батырҙары проекттары ошо маҡсатты күҙ уңында тота.
Програма Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрен үҙ эсенә ала. Уға ярашлы, республиканың барлыҡ ауыл-ҡалаларында төрлө саралар ойоштороу ҡаралған. Был тәңгәлдә илдең азатлығы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән яу ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү, йәш быуынды ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү хаҡында һүҙ бара.




