Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ТНТ каналы алып барыусыһына ҡарата сара күреүҙе талап итеп ҡултамғалар йыйҙы. Хат Рәсәй прокуратураһына ебәреләсәк. Уйламай һөйләгән һүҙ ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, Руслан Белыйҙы ниндәй яза көтә?
Салауат Юлаев бандит, ә башҡорт теле иҫеректең һөйләшен хәтерләтә. Руслан Белыйҙың сығышы ерле халыҡты һәм милли геройыбыҙҙы кәмһетеүгә, мыҫҡыллауға ҡайтып ҡала. Заман теле менән әйткәндә, әлбиттә, ҡара пиар, йәғни кешелә нәфрәт уятып үҙеңә иғтибарҙы йәлеп итеү, билдәлелек яуларға тырышыу. Әммә был юлы юмор хаттин ашты. Берҙән сығыш комиктың белеме бик һай, тарихты белмәүен күрһәтһә, икенсенән, уны тотош республика халҡының битенән көлөү, яла яғыу тип аңларға мөмкин.
Уйламай әйтелгән һүҙ яуаплылыҡтан азат итмәй. Бөгөн ҡоролтайҙа Руслан Белыйға һәм ТНТ каналына ҡарата сара күреүҙе талап итеп мөрәжәғәт әҙерләнә. Хатҡа ҡултамға ҡуйырға теләүселәр күп. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, ҡоролтайҙа иртәндән кеше өҙөлмәй. Улар әйтеүенсә, милли геройыбыҙҙы, телебеҙҙе хурларға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов әйтеүенсә, Руслан Белыйҙың башҡа милләттәрҙе тәүгә генә мыҫҡыллауы түгел.
Ҡултамғаһын ҡуйырға килгән башҡа кешеләр ҙә үҙ фекерен белдерә.
Закондар палатаһында юристар бөгөн иртәндән ҡоролтайҙа мөрәжәғәттең тексын әҙерләү менән мәшғүл. Өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бар, уларҙы берәү ҙә саҡырмаған, һәр береһе үҙ теләге менән килгән. Илеңде, телеңде кәмһеткәндә түҙеп ятыу мөмкин түгел. Иҫәрҙәргә закон яҙылмаған тиһәләр ҙә, ҡанундар бөтәбеҙ өсөн дә бер. Руслан Белыйҙың сығышында закон боҙоу ярылып ята, тимәк, яуап та тоторға тейеш. Мөрәжәғәтте Рәсәй прокуратураһына ебәреү ҡаралған.
Әлбиттә, хөкөм ҡарарын суд сығара, бының өсөн Руслан Белыйҙың ғәйебен иҫбатлау, тикшереү үткәреү мотлаҡ. Ә республика халҡы үҙ фекерен белдерҙе. Социаль селтәрҙәрҙә Салауат Юлаев бандит түгел тигән хэштэгты һәр кемдең диуарында күрергә мөмкин. Мәҫәлән, йырсы Элвин Грей инстаграммда, минең өсөн Салауат Юлаев герой, халҡымдың азатлығы өсөн көрәшеүсе. Башҡорттар өсөн ул американдарға Авраам Линкольн, француздарға-Наполеон, Куба халҡына Фидель Кастро һымаҡ. Һәм бер кем дә мине ошо хәҡиҡәттең киреһенә инандыра алмаясаҡ тип яҙылған. Һәм ошондай һүҙҙәрҙе һәр биттә уҡырға мөмкин.




