Бөгөн Өфөлә табиптарға һәйкәл асылды

Һәйкәл "Медстандарт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бинаһы эргәһендә ҡуйылды. Тантанала ойошма хеҙмәткәрҙәре, табиптар ҡатнашты.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә табиптарға һәйкәл асылды

Мәүлетбай Хәлилов эшләгән скульптура композицияһында эскәмйәлә ултырған табип ҡатын менән китап һынландырылған. Проект өсөн сығым медицина ойошмаһы ҡаҙнаһынан бүленгән.

“Табиптарға һәйкәл асыу идеяһы пациент менән һөйләшкәндә тыуҙы. Был һөнәр эйәләренә һәйкәл республикала яңылышмаһам, Учалыла, һәм тағы бер ҡалала бар. Һәм улар хәрби табиптар хөрмәтенә ҡуйылған. Шәфиев урамында медицина учреждениелары күп. Эскәмйә иһә ултырып фотоға төшөү мөмкинлеге булһын өсөн эшләнелде”.

"Медстандарт" яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы директоры, скульптура композицияһы проекты авторы Азамат Байтимеров

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ