Өфөлә йәшәүсе Елена Пикунова бамбук ағасынан велосипед рамы яһай. Материалды Мәскәүҙән һатып ала. Таҙартып, буяп уларҙы бер-береһенә беркетә.
Оҫта ике кеше ултырып йөрөмәле велосипед эшләгән, шулай уҡ балалар өсөн тәғәйенләнгәне лә бар. Бөтә запас өлөштәрҙе заказ буйынса һатып ала. Әле яңы велосипед йыя башлаған.




