Әңгәмәгә килгән һорауҙар

Беренсе бала өсөн йәш ғаиләләргә 300 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам. Беҙҙең тамашасылар йәш ғаиләләрҙә социаль яҡлау программаһы етерлек дәрәжәлә үтәлмәй тигән фекерҙә. Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү алдынан редакция почтаһына тап шул етешһеҙлектәр хаҡында тиҫтәләгән хат-ялыуҙар килә.

Фото №1 - Әңгәмәгә килгән һорауҙар

Инна Хафизованың улы быйыл 25 ғинуарҙа тыуған. Ғаилә тормош шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар категорияһына инә. Йәш ғаилә февраль айында ғариза яҙып документтар тапшырған, өс ай дауамында бер ниндәй ҙә яуап алынмаған.

Инна Хафизова: ”Беҙ ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Ҙур проценттар түләйбеҙ. Беҙгә был социаль түләүҙәр бик мөһим. Мин декрет ялындамын, ғаиләлә тормош иптәшем генә эшләй”.

Республикала Инна Хафизова кеүек социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләр меңәрләп. Йыл башында Магнитогорск ҡалаһында бала табыусы Әбйәлил районы әсәләре хаҡында бәйән иткәйнек. Был ваҡиғанан һуң Республика башлығы тарфынан 300 мең һум ярҙамға дәғүә итеүселәрҙе һайлауға үҙгәрештәр индерелде.

Рөстәм Хәмитов: “Баланы ҡайҙа булһа ла табырға мөмкин, әгәр ҡатындар беҙҙә пропискала тора икән, бала беҙҙеке тип һанала. Йәш ата-әсәләр торлаҡ алыуға сиратта торһалар, беҙ уларға был сумманы түләйәсәкбеҙ”.

Беҙҙең редакцияға көн һайын тиерлек программаның үтәлешен тиҙләтеүҙе үтенгән тиҫтәләп хат килә. Күп ғаиләләр ғаризалар оҙаҡ ҡаралыуына ризаһыҙлыҡ белдерә, закон буйынса йәш ғаиләләргә ай эсендә яуап бирелергә тейеш. Берәүҙәр ҡулына белдереү ҡығыҙы алып та тейешле түләүҙәрҙе ала алмай. Ата-әсәләрҙе бәләкәстең тыуыу урынынан тыш башҡа ҡаршылыҡтар осрауы ла хафаландыра. Башҡортостандың архитектура һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитетында социаль программалағы етешһеҙлектәр күп һанлы ғаризаларҙы хеҙмәткәрҙәрҙең эшкәртеп өлгөрә алмауына бәйле тип аңлатма бирҙеләр. Әммә май аҙаҡтарына ҡалған дүрт меңгә яҡын ғаризаның һәр береһенә яуап ебәреләсәк

“2017 йылда ғариза яҙыусылар күп булыуы арҡаһында социаль түләүҙәргә үткән йыл бүленгән аҡсалар етмәне. Әлегә 2018 йыға субсидия бүленмәгән. Улар беҙҙең иҫәпкә күсеү менән сертификаттарҙы тапшыра башлаясаҡбыҙ”.

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Егор Родин
Башбат

Ғариза яҙыусылар исемлегенең беренсе этабынан төшөп ҡалыусы ғаиләләр субсидия алыу өсөн 1 июлгә тиклем ҡайтанан ғариза яҙа ала. Әлеге ваҡытта 3882 ғариза ҡабул ителгән, 1750 ғаиләгә социаль түләү биреү хаҡында таныҡлыҡ тапшырылған, 638-е түләүҙәрҙе алған. Ғариза тапшырыусыларҙың 2000-гә яҡыны яуап көтә. Тик меңләп ғаиләнең генә был программала етешһеҙлектәр арҡаһында торлаҡ мәсьәләһе асыҡ ҡала.

"Беренсе тыуған балалары өсөн 300 000 һум күләмендә социаль түләүҙәрҙе ала алмаған мохтаж ғаиләләргә борсолорға урын юҡ", тинеләр Башҡортостан Республикаһының төҙөләш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында. Улар яңынан ғариза яҙып, документтар тапшыра ала. Таныҡлыҡтарҙың мөҙҙәте лә 6 айҙан 9 айға тиклем оҙайтыла.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ