Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Табын ырыуы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр тупланған китап донъя күрҙе. Ошо уңайҙан бөгөн баш ҡаланың 4-се китапханаһында йыйынтыҡтың исем туйы үтте.
Ул республиканың төп телеканалы тапшырыуҙарынан сығып нәшер ителгән. Табындар хаҡындағы мәғлүмәт өс китаптан тора. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнергә теләүселәр был әсбәптан бик күп мәғлүмәт таба ала. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә башҡорт ырыуҙарына арналған 28 том донъя күргән. Табын ырыуы сираттағыһы.




