Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылында йәшәүсе Мәрзиә Бәширова бөгөн бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Ауыр һуғыш йылдарында ниндәй генә эштәр башҡармай, шуға ҡарамаҫтан юбиляр бөгөн балаларына ейәндәрен, бүләләрен ҡараша, сәләмәт тормош алып бара. Йөҙйәшәр Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙы тураһында беҙҙең киләһе яҙмала.
Мәрзиә Бәшированың иртәнсәктән телефоны тынмай. Йөҙ йәше менән ҡотлап, балалары, ейәндәре, бүләләре, туғандары шылтырата. Юбиляр, күреүебеҙсә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, кеҫә телефоны менән дә оҫта идара итә. Заман менән бергә атлаған ханым тыуған көнөнә иң матур күлдәген һайлай. Сөнки йылдағыса ошо көндә уның йорто ҙур байрам майҙансығына әйләнә.
Йөҙ йәшен туйлаған Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙына һис кенә лә үҙ йәшен бирмәҫһең.
Уның әле лә зиһене яҡты, иҫе дөрөҫ. Йортта гөлдәрҙе тәрбиәләүҙе ул үҙ өҫтөнә алған. Юбиляр улы һәм килене менән йәшәй. Ҡайһы саҡта уларҙы ла тәмле аш-һыуҙары менән ҡыуандырып, кәңәш-фатихаларын биреп ултыра.
Мәрзиә ханым тормош иптәше Нәби менән дүрт ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтерә. Тыуған ауылдары Иҫке Туҡмаҡлыла төпләнеп, бөгөнгәсә ауылдаштарына өлгө булып матур ғүмер итә. Ауыр һуғыш йылдарында колхозда ниндәй генә эштә эшләмәй, хатта алдынғы комбайнсы ла була. Яҙмыш төрлө ҡаршылыҡтар ҡуйһа ла, сабыр холоҡло булып ҡалған. Балаларын да хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләй. Бөгөн ҡыҙҙары, улы әсәйҙәренең көс-дәртенә һоҡланып бөтә алмай.
Йөҙйәшәр ханым сәләмәт тормош алып бара. Бер быуатлыҡ ғүмере райондаштарына ла өлгө булырлыҡ. Бөгөн Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙына тыуған көнөндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндан, район, ауыл хакимиәте башлыҡтарынан иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.
Мәрзиә Шәмсетдин ҡыҙы Иҫке Туҡмаҡлыла иң өлкән һәм ихтирамлы кешеләрҙең береһе. Тыуған ауылына тоғро ҡалып, бөгөн дә ул балалары, ейән-ейәнсәрҙәрен яҡты йөҙ менән ҡаршылап, ғаилә усағын һаҡлап йәшәй.




