Республикала туғыҙ ҡатлы бина емерелгән

18 апрель, Стәрлетамаҡта сәнәғәт ойошмаһы биләмәһендә урынлашҡан туғыҙ ҡатлы бина емерелде. Ваҡиға урынына туғыҙ берәмек махсус техника һәм шәхси составтағы 23 кеше йүнәлтелде.

Асыҡланыуынса, бинаны емереү күҙәтеү аҫтында булған. «Синтез-Каучук» ААЙ-һы цехтарҙың береһен һүтеү менән мәшғүл була. Был маҡсатта махсус техника, белгестәр йәлеп ителә.

Бинаны һүтеү эше өс ай дауамында бара. Цех күптән инде файҙаланылмаған. Бинаны һүтеү эштәре ваҡытында бер кем дә зыян күрмәгән.