Белорет районының Инйәр йылғаһында боҙ шартлатылды. Был йылғала тығындар барлыҡҡа килтермәү маҡсатында башҡарыла. Ғәбдүк ауылы янынан аҡҡан Инйәр йылғаһында Алкино хәрби часенең инженер-сапер бригадаһы боҙҙо шартлатты.
Шартлатыу барышында хәүефһеҙлек саралары күрелә. Был эш тамамланғас, пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында тикшереп тә сығалар.
Бар эштәр штатлы режимда башҡарыла, йылға үҙ йүнәлешендә аға. Хәүефһеҙлек маҡсатында йылға буйында ҡотҡарыусылар дежур итә.




