Ветерандар, Еңеү көнө уңайынан, Өфө аэропортынан бушлай оса аласаҡ

«Оренбуржье» авиакомпанияһы ветерандарҙы бушлай хеҙмәтләндерәсәк. 16 апрелдән ташыусы компанияның йүнәлештәре буйынса ташламалы билеттар һатыу башланды.

Фото №1 - Ветерандар, Еңеү көнө уңайынан, Өфө аэропортынан бушлай оса аласаҡ

Шулай итеп, «Оренбуржье» авиакомпанияһының бар рейстарына ветерандар бушлай билет аласаҡ. Ә уларҙы оҙатып йөрөүселәргә 50 процент ташлама яһаласаҡ. Был акция 1 майҙан 15 майға ҡәҙәр дауам итәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте (3532)676544 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ