Республиканың дүрт районында күп йыллыҡ үләндәргә ашлама индереү эшенә тотондолар. Баҫыу эштәре 1,8 мең гектар майҙанда башҡарылған.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, шулай уҡ ужым культураларына ла ашлыма индерелә, күп йыллыҡ үләндәр баҫыуы тырматыла. Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарында был эштәр баҫыу сиктәрендә башҡарыла, сөнки һөрөнтө ерҙәр әле яҙғы эштәргә әҙер түгел.
Мәләүез районы аграрийҙары үләндәрҙең күп өлөшөнә ашлама индереп тә өлгөргән. 800 гектар майҙанда күп йыллыҡ үлән баҫыуы тырматыла, 400 гектарҙа ужым культураларына ашлама индерелә. Киләсәктә яҙғы баҫыу эштәре дауам итәсәк.




