Стәрлетамаҡта йәшәүсе трактор һатып алған ваҡытта мутлашыусыға тап була

Стәрлетамаҡта йәшәүсе мутлашыусы ҡулынан зыян күрә. Ир 85 000 һумға алдана.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта йәшәүсе трактор һатып алған ваҡытта мутлашыусыға тап була

Республиканың Эске эштәр министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, зыян күреүсе ҡалаға трактор һатып алырға килә һәм бер ир менән таныша. Яңы танышҡан ир үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә-ауыл хужалығы техникаһын һатыуы тураһында әйтә. Техниканы ҡарағандан һуң, мутлашыусы транспорт хаҡының бер өлөшөн- 85 000 һум күләмендә аҡса ала. Артабан, йәнәһе лә тракторҙы һатҡан ойошма етәксеһенә барып киләм тип, һатыусы китә. Тик ошонан һуң зыян күреүсе был ирҙе башҡа күрмәй, бәйләнешкә лә сыҡмай.

Тиҙҙән мутлашыусы ҡулға алына. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Урындағыларҙы уяу булырға һәм таныш булмаға кешеләргә ышанып бармаҫҡа саҡыралар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ