Балалар баҡсаһында ут сығыу сәбәпле кескәйҙәрҙе эвакуациялайҙар

Бөгөн иртәнсәк балалар баҡсаһы бинаһында сүп-сар янып китеүе хаҡында мәғлүмәт еткерелә. Ваҡиға Ағиҙел ҡалаһында теркәлә.

Фото №1 - Балалар баҡсаһында ут сығыу сәбәпле кескәйҙәрҙе эвакуациялайҙар

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы билдәләүенсә, ут сүп-сар биҙрәһендә сыға. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ кескәйҙәрҙе эвакуацияларҙар.

Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, хеҙмәткәрҙәр ҡул аҫты әйберҙәре менән үҙ аллы утты һүндереүгә өлгәшә. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ