25 апрель Совет районында шахмат турниры ойоштороласаҡ. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөнә, шулай уҡ Совет районы барлыҡҡа килеүенә 80 йыл тулыуға арнала.
Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итеүенсә, турнирҙа ҡаланың иң яҡшы йәш шахматсылары ҡатнашасаҡ. Сарала ҡатнашырға ҡырҡҡа яҡын теләк белдерелгән. Шахматсыларҙы өс йәш категорияһына бүләсәктәр.
Бынан тыш, интеллектуаль ярышҡа ветерандар ҙа саҡырыла, төрлө конкурстар әҙерләнгән. Турнир Әй урамы, 64/3А адресы буйынса уҙа.




