Туймазыла дүрт йәшлек ҡыҙҙы тәне бешеү сәбәпле дауаханаға оҙаталар. Ғәҙәттән тыш хәл 17 апрель көнө теркәлә. Әле теркәлгән осраҡ буйынса тәфтишселәр тикшереү эше алып бара.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тәрбиәсе ҡыҙҙың өҫтөнә яңылыш эҫе сәй түгә. Һөҙөмтәлә, баланың күкрәге һәм ҡулы бешә. Шунда уҡ зыян күреүсене дауаханаға оҙаталар.
Әлеге ваҡытта осраҡ сәбәптәре асыҡлана. Баланың һаулығына зыян күреү кимәле суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк.




