Республикала һаулыҡ өсөн хәүефле көмөшкә һатҡан пенсионер хөкөм алдына баҫасаҡ

Көйөргәҙе районында 68 йәшлек ҡатынға хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Ул законһыҙ рәүештә һаулыҡҡа зыянлы көмөшкә һатыуҙа ғәйепләнә.

Республика Прокуратураһы билдәләүенсә, 2018 йылдың ғинуарында ғәйепләнеүсегә көмөшкә һатҡаны өсөн ҡырҡ мең һум күләмендә штраф һалына. Штрафты түләмәйенсә, ҡатын хәүефле алкоголь эсемлек менән һатыу итеүен дауам итә. Бер ай үткәс, хоҡуҡ боҙоусоны, көмөшкә һатҡан ваҡытында, тағы ла бер тапҡыр тоталар. Составында ацетон булған был эсемлек кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн бик хәүефле була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Ҡатындың көмөшкә аппаратын һәм алкоголь эсемлектәрен тартып алалар. Енәйәт эшен судҡа тапшырғандар.