Бөгөн 19:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы менән һөйләшеү башланды. Халыҡ менән бындай форматта аралашыу тәүгегә ойошторолмай, был күптән йолаға әйләнгән.
Быйыл һорауҙар ҡабул итеү 12 апрель башланды. Әлеге ваҡытта 8000 һорау килгән. Үткән йылды бын һан 10 000 тәшкил иткәйне.
Кисә Стәрлетамаҡта булған фажиғәне ситтә ҡалдыра алмайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тәүге осраҡ түгел. Был мәсьәлә беҙҙең республикаға ғына түгел, бөтөн илгә ҡағыла. Ни өсөн былай булды һәм быға нисек ҡаршы торорға мөмкин?
Ауыр һорау. Мин үҙем кисә дауаханаға барып яраланыусыларҙы күрҙем. Малайҙы ла күрҙем, бик йәлләнес. Фажиғә сәбәбенә килгәндә, улар бик күп. Шул иҫәптән бындай балаларға ҡарата мөнәсәбәт. Улар менән ҡаты һөйләшергә ярамай. Интернет – был да бәлә, тәү сиратта аралашыу етмәй тигән һүҙ. Егет көҙгөһөн үк төшөнкөлөккә бирелгән. Алдан уҡ ошондай хәлдәрҙе тойомлап, ниндәйҙер аҙымдар яһарға кәрәк. Мәктәптәрҙә, ғаиләләрҙә лә климатты үҙгәртеү мөһим, етәкселек йомшаҡ булырға тейеш. Ҡыҫҡаса әйткәндә, был бик ауыр тема.
Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө, төрлө әйберҙәр менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Әммә бөтәбеҙҙе лә берләштергән төшөнсәләр бар. Беҙ бер республикала йәшәйбеҙ, бер илдә. Шуға күрә бер-беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Ә кисәге егет кеүектәр айырым иғтибар талап итә. Психологтар кәрәк, Стәрлетамаҡ мәктәбендә ул берәү генә. Уҡытыусыларҙы ҡағыҙ эшенән азат итергә кәрәк, улар балалар менән шөғөлләнергә тейеш.
Һуңғы ваҡытта Ишимбай ныҡ үҙгәрҙе. Яңыраҡ ҡына балалар дауаханаһында ремонт тамамланды. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын реконструкциялау буйынса республикала тағы проекттар ҡаралғанмы?
16,5 млрд һум өҫтәлмә килем алғанлығыбыҙҙы әйткәнем бар. Был Башнефттан килгән налог. Башнефть Башҡортостандан, беҙҙең республика был процесста ҡатнаша. Килгән ресурстарҙы беҙ ҡабул иттек һәм һаулыҡ һаҡлауға йүнәлттек.
Тураһын әйткәндә, йәшәү сифаты яҡшыра, әммә халыҡҡа һаман да дауахана, оборудование етмәй. 13 млрд һумға унлаған ҙур объект төҙөләсәк. Был исемлеккә нимәләр инә? 2019 йылда онкологик диспансерҙың яңы корпусы төҙөләсәк, кардио үҙәк булдырыласаҡ. Тәү сиратта – йөрәк ауырыуҙары. 36000 квадрат метрлыҡ яңы кардио корпус төҙөләсәк. Сағыштырыу өсөн, Конгресс-холл ҙурлығы 30000 квадрат метр.
Бынан тыш, балалар поликлиникалары алдында бурысыбыҙ бар. Быйыл уҡ Дүртөйлө һәм Туймазыла төҙөлөш башланасаҡ, уларға талап ителгән сығымдар 400 млн һум. Бөрөлә яңы акушер корпусы төҙөләсәк. Шулай уҡ Өфөлә һәм Октябрьский ҡалаларында ла быйыл поликлиникаларҙы төҙөү эше башлана.
Беҙ поликлиникаларҙы яңы төр буйынса булдырабыҙ. Һаҡсыл поликлиника тип атала ул. Бында регистратура юҡ, сираттар юҡ. 2019 йылға был форматҡа бөтә поликлиникалар ҙа күсәсәк.
Тормош оҙонлоғо буйынса күрһәткестәрҙе яҡшыртырға кәрәк. Әлегә ул 71 йәш, күрһәткес 80 йәшкә тиклем етергә тейеш. Башҡортостанда иң ауыр операциялар яһай алалар. Мәҫәлән, йөрәк һәм бөйөр алмаштырыу. Хирургтар яңы технологиялар менән файҙалана. Артабан да был йүнәлеш үҫәсәк.
Аҙна буйына шылтыратыуҙар күп булды. Әле лә телефондар тынмай. Иң популяр һорауҙар араһында бушлай дарыуҙар һәм Шихандар яҙмышы.
Быйылғы йылда бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү ҡыҫҡарҙы. Был, 2017 йылда, федераль кимәлдә үҙгәргән конкурс талаптары менән бәйле. Система уларҙы үткәреүгә әҙер булманы. Бөгөн 850 рецепт үтәлмәгән. Үткән йылды был һан 100-150 ашмай ине. Мәсьәләне хәл итеү өҫтәндә эшләйбеҙ. Йәйгелеккә, дарыуҙарға мохтаж булған һәр кем уларҙы аласаҡ. Бер аҙ көтөргә генә кәрәк.
Шулай уҡ финанстар ҙа етмәй ҡалды. Дарыуҙар һатып алыуға 300 млн һум йүнәлткәйнек, тағы 500 млн һум кәрәк. Төбәктә 375 мең льготник бар. Был әҙ түгел. Башҡортостанда дүрт миллион кеше йәшәй, шул иҫәптән бер миллион бала. Һәр унынсы кеше бушлай дарыуҙарға дәғүә итә ала. Кисә, бөгөн һорауҙарҙы ҡараштырғанды дарыуҙарға ҡағылышлы һорауҙар бик күп тап булды. Дарыу алмаған һәр кемдән тағы бер ҡат ғәфү үтенәм. Көн һайын 7:30 сәғәттә һаулыҡ һаҡлау министры дарыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрә.
Шихан тураһындағы һорауға килгәндә. Әлбиттә, был беҙҙең ҡомартҡы, бында борсолорға кәрәкмәй. Тауҙар закон һаҡлауы аҫтында. Уларҙың статусын алыу мөмкин түгел. Шихандарҙа ҡыҙыл китапҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, улар археологик, тарихи яҡтан ҡиммәтле. Халыҡтың да тауҙарҙы биргеһе килмәй. Хөкүмәт ҡыҙыҡһынған компаниянан хаттар ала, әммә беҙ уларға юҡ тип яуап бирәбеҙ. Предприятиеға ла сеймал кәрәк, әлбиттә. Унда 3-4 мең кеше эшләй. Альтернатив варианттар эҙләйбеҙ. Эшкәртеү өсөн яңы урындар табырға кәрәк, сеймал сифаты оҡшамай икән, технологияны үҙгәртһендәр.
Башҡортостан хөкүмәте бер ҡасан да закон боҙмаясаҡ. Бөгөнгө закондар шихандарҙы бик яҡшы яҡлай.
Ҡапыл сүплектәр мәсьәләһе килеп сыҡты. Мәскәү тирәһендә нимә булғанын күрәбеҙ. Беҙҙең өсөн дә был тема актуаль.
Әйе. Сүп-сар актуаль тема. Һәм ул ауыр хәл ителә. Аллаға шөкөр, республикала сүплектәр хәле арыу. 1994-1995 йылдарҙан уҡ полигондар менән шөғөлләнәбеҙ
Өфөлә был мәсьәлә бигүк киҫкен түгел, әммә Өфөлә һорауҙар тыуа башланы. Мәҫәлән, Черкассылағы сүплек ҡала сигендә урынлашҡан, шуға ла ул законлы түгел.
Һуңғы йылдарҙа төбәк операторҙарын билдәләнек. Уларҙың үҙ полигондары буласаҡ. Системалы эш алып барыла, сүп-сар менән шөғөлләнергә теләүселәр күп. Был өлкәлә конкуренция ҙур. Кемдер сүп-сарҙы яғырға тәҡдим итә, мин быға ҡаршы.
Кешеләрҙең юлда сүп-сар ҡалдырыуын күрәбеҙ, был да дөрөҫ түгел. Культура булырға тейеш. Республикала һәр кеше уртаса 500 киллограм сүп-сар етештерә, 4 миллион кешене иҫәпкә алғанда, 2 млрд кг сүп-сар килеп сыға. Күп.
Минең исемем Черепанова Татьяна, мин Нефтекаманан. Беҙҙә яңы төҙөлгән райондарҙа мәктәптәр юҡ, ә балалар күп. Һеҙҙән ярҙам һорайбыҙ.
Мәктәптәр төҙөйәсәкбеҙ. Был беҙҙең төп бурысыбыҙ. Нефтекамала ике мәктәп төҙөү ҡаралған. Бреһе 1100, икенсеһе 550 урынлыҡ. Әгәр былар етмәһә, мөрәжәғәт итегеҙ, хәл итәсәкбеҙ.
2025 йылға мәктәптәрҙә төштән һуңғы сменаны юҡ итәсәкбеҙ. Был ваҡыт төрлө түңәрәктәргә күсәсәк.
Әлеге ваҡытта йәш ғаиләләргә 300 мең һум күләмендә берҙәм түләү ҡаралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ата-әсәләр ҙә был программа менән файҙалана алмай. Мәҫәлән Әбйәлил ҡыҙы Магнитогорск ҡалаһында бала тапты, быға бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты. Мәсьәлә нисек хәл ителә?
Әгәр йәш ғаилә торлаҡ алыуға сиратта тора икән, тәүге бала өсөн улар 300 мең һум алырға тейеш. Был аҡсаны ипотекаға йәки төҙөлөш материалдарын һатып алыуға сарыф итергә мөмкин.
Программа үткән йылды эшләй башланы. Башта хаталар ҙа булды. Һорауығыҙҙа яңғыраған проблема хәл ителде. Иң мөһиме, бала республикала пропискала торорға тейеш. Үҙгәрештәр индерелде. Әлеге ваҡытта 1000 ғариза эшкәртелә. Программа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. 2019 йылға 2 милрд һәм кәрәк буласаҡ. Тимәк, донъяға 6000 бала тыуасаҡ.
Әгәр ата кеше Башҡортостанда теркәлмәгән, ә бала беҙҙеке булһа, бындай ғаилә лә түләү аласаҡ.
Беҙ Ҡоншаҡ районы йәшәүселәре. БСТ каналын яратып ҡарайбыҙ, башҡорт телендә радио тыңлайбыҙ. Әммә беҙҙә туған телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе бар. Был мәсьәлә Башҡортостан өсөн дә киҫкен. Уны нисек хәл итергә була?
Беҙҙең районда самбо һәм дзюдо буйынса секциялар эшләп килә, тренерҙар бар. Ә көрәш бйынса белгестәр юҡ. Беҙгә Башҡортостандан көрәшселәр ебәреү мөмкинлеге бармы? Бындай белгестәрҙе әҙерләгән уҡыу йорттары бармы?
Тренерҙарға килгәндә, ярҙам итербеҙ. Һеҙгә белгестәр ебәреү мөһимме, әллә үҙегеҙ бында килеп уҡырға теләйһегеҙме? Миңә ошо һорауға яуап яҙығыҙ. Беҙҙә көрәш менән шөғөлләнгән кешеләр күп.
Туған телгә килгәндә, барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Милли әҙәбиәт, музыка ла кәрәк. Һәр кем туған телен белергә тейеш. Тәү сиратта бындай талапты ата-әсәләр ҡуйырға тейеш.
Көсләп тел өйрәтеп булмай, ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Тел менән халҡыңды тойорға кәрәк. Был мәсьәлә буйынса ла махсус программабыҙ бар һәм беҙ уның менән шөғөлләнәбеҙ. Финанслау буласаҡ. Башҡортостандан тыш йәшәгәндәргә лә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Милли телдәрҙе яҡлауға бәйле грант, фонд буласаҡ. Рус теле лә яҡлауға мохтаж, ул үҙгәрә.
Тел – тере икәнлеген аңларға кәрәк. Уға үҙгәрештәр инеп тора. Мин мотлаҡ рәүештә һеҙгә килеп сығасаҡмын, бергә эшләрбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа республика хоккей менән ген әтүгел, футбол менән дә дан тота башланы. Әгәр “Өфө” футбол командаһы Рәсәй Чемпионатында лайыҡлы урын алһа, УЕФА кубогының уйындары беҙҙә үтәсәкме? Беҙ быны булдыра алабыҙмы?
Спорт – республикабыҙҙың данын күтәрә. Быҙ быға аҡса йәлләмәйбеҙ.
Футбол клубы яңыраҡ ғына төҙөлдө, әле беҙ алтынсы урында. Быны бер кем дә күҙ алдына килтерә алмай ине! Әгәр клуб Европаға эләкһә, беҙ тейешле шарттар булдырасаҡбыҙ.
“Салауат Юлаев”ҡа килгәндә, уларҙа тренер үҙгәрҙе. Яңы тренер оло теләк менән яна. Уның һөҙөмтә күргеһе килә. Әлеге ваҡытта унда бөтәһе лә аҡса өсөн. Беҙгә хоккейҙа бизнесмендар кәрәкмәй.
Өфөнән күп шылтыратыуҙар килә. Халыҡты Ағиҙел күперенең ҡасан төҙөлөп бөтөүе борсой.
Бөтә һорауҙарҙың да эшкәртеләсәген вәғәҙәләйем. Бөтә министерстволарға эш йөкмәтеләсәк. Бының өсөн ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ.
Күпергә әйләнеп ҡайтайыҡ.Башта күперҙе йүнәтер өсөн 3 миллиард һум кәрәк, тиҙәр ине. Башҡа белгестәрҙе йәлеп иттек, улар 37 миллионға ремонт эшләргә мөмкин, тине. Хәрәкәт итеү тиҙҙән асыласаҡ. Ярты йылда барыһы ла әҙер буласаҡ.
Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫешендә лә яңы төҙөлөш буласаҡ. Аҡса бушҡа китмәһен өсөн ҡаты контроль булдырыласаҡ.
Мин студент, Анголанан килдем. Тәүҙә бик ауыр ине, әммә мин бында йәшәргә өйрәндем. Һеҙҙең мәҙәниәтегеҙҙе өйрәнеүҙе мөһим тип уйлайым. Үҙебеҙҙең университетта африка бейеүе мәктәбен астыҡ, ошо сараның кимәлен күтәргебеҙ килә.
Бик ҡыҙыҡлы һорау. Май айында һеҙҙең менән осрашыуға барасаҡмын. Башҡорт һәм африка бейеүҙәре менән сығыштар әҙерләгеҙ.
СМС хәбәрҙәргә килгәндә, тағы һорау бар. Ул Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарға бәйле. Улар төҙөлөүҙән һуң да ҡулланыласаҡмы?
Көндәлек тормошта был объекттар оҙаҡ йылдар буйына хеҙмәт итәсәк, тип уйлайым. Бөгөн беҙ киләсәк төҙөйбеҙ. Был киләсәктә беҙҙең балалар йәшәйәсәк.
Мин күп балалы атай. 6 балам бар. Улар еңел атлетика менән шөғөлләнә. Әммә 9 ай буйына тренировкала булғандары юҡ, сөнки ҡапланған манеж талап ителә. Һауа торошо насар булған саҡта мин уларҙы ебәрә алмайым. Хоккей менән футболдан башҡа спорт төрҙәре барлығын онотмағыҙ.
Беҙҙә еңел атлетика буйынса донъя чемпиондары бар. Төҙөлөштәр буласаҡ, әммә яҡын арала түгел. Әлегә Ҡамышлы урамындағы спорт комплексында шөғөлләнергә мөмкин, тип уйлайым. Еңел атлетика өсөн манеж хаҡы 2 млрд һум. Аҡса тапҡас та төҙөй башлаясаҡбыҙ.
Мин Өфө дәүләт авиация техник университетында белем алам. Беҙ химия буйынса олимпиадаға әҙерлек менән шөғөлләнәбеҙ. Һорауым шул: Башҡортостанда борондан бирле олимпиадаларға яҡшы әҙерлек бара, һөҙөмтәләр бар. Әммә шөғөлләнер өсөн күп аҡса кәрәк. Мордовия лицейына күскән уҡыусылар ҙа бар. Беҙ үҙебеҙҙә лайыҡлы шарттар булдыра алабыҙмы?
Был өлкәлә Башҡортостан үҙ позицияһын юғалтты. Беҙ был проблеманы күрәбеҙ. Аҡыллы балалар өсөн ике йәки өс лицей булдырасаҡбыҙ. Педагогтар ассоцияцияһын тергеҙәбеҙ. Мордовияға киткән яҡташтарыбыҙ буйынса миңә яҙығыҙ, үҙем улар менән шөғөлләнәсәкмен.
Ҡалтыман ауылында юлдар юҡ. Хатта “Нива” үтә алмай. Иглин районы хакимиәте беҙгә транспорт ебәрмәй. Хәҙер магазиндар ҙа етешмәй башланы. Аҙыҡ-түлек алыр өсөн кешеләр бер яҡҡа ғына 12 саҡрым йәйәү атларға тейешле. Ауылда тағы бәйләнеш юҡ, интернеттың нимә икәнен дә белмәйбеҙ.
Йыл һайын беҙ 30-40 ауылда юлдар төҙөйбөҙ. Һеҙҙең ауылығыҙҙы ҡараштырырбыҙ. Хакимиәттең бер нәмә лә эшләмәүе бик насар. Улар халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Әгәр уларҙың теләктәре булһа һеҙгә ярҙам итерҙәр ине, тимәк аҡса өсөн генә эшләйҙәр. Һеҙҙең етәкселек менән был һорау буйынса әңгәмәләшермен. Юл буласаҡ.
Тамамларға ла мәжбүрбеҙ. Зинһар, үҙ һорауҙарығыҙҙы миңә яҙығыҙ. Барыһын да тикшереп, хәл итәсәкбеҙ. Дөйөм алғанда, бөгөн 10000 мөрәжәғәт ҡабул ителде, быларҙың барыһы ла хәл ителмәгән мәсьәләләр. Финанс һәм ваҡыт кәрәк. Иң мөһиме – беҙ алға барабыҙ. Көн һайын 2 млн кеше эшкә сыға һәм көн һайын беҙ республикабыҙҙы алға әйҙәйбеҙ.











