Был турала Рөстәм Хәмитов менән Болгария Республикаһы вәкилдәре осрашыуында килешелде.
Ҡара диңгеҙ ярындағы сит илгә Башҡортостан нефть химияһы, ағас, резина продукцияһы оҙата. Ә импорттан аҙыҡ-түлек, сәнәғәт ҡорамалдары ала. Ике яҡ араһындағы тауар әйләнеше ни бары биш миллион доллар самаһы. Осрашыуҙа республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, тауар әйләнешен арттырыу юлдары барланды.
Осрашыуҙа гуманитар хеҙмәттәшлек тураһында ла һүҙ барҙы. Киләһе йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Болгарияға рус теле вәкилдәрен ебәрәсәк. Ә сит ил ҡунаҡтары Өфөлә уҙғарыласаҡ халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шулай уҡ ике яҡ араһында туризмды үҫтереү юлдары ла өйрәнелде.




