Рәсәй президенты Владимир Путин Урман кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Уға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан һәр кемгә урмандағы ҡороған ағасты йәки сыбыҡ-сабыҡты йыйырға рөхсәт бирелә.

Фото №1 - Рәсәй президенты Владимир Путин Урман кодексына үҙгәрештәр индереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Закон проектының авторҙашы булып Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байҡусҡаров сығыш яһаны. Уның билдәләүенсә, закондағы үҙгәрештәр тәү сиратта ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бик мөһим. Әлеге ваҡытта уларға район үҙәгенә барып рөхсәт документтарын алыу өсөн күп сығымдар сарыф итергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта йығылып ятҡан ағасты рөхсәтһеҙ йыйыусыларға ҙур күләмдә штраф янаны. Яңы закон кешеләргә властарҙан рөхсәт ҡағыҙы юлламайынса кипкән ағастарҙы, ҡоро-һары ботаҡтарҙы хужалыҡта ҡулланыр өсөн алып ҡайтырға рөхсәт итәсәк.

“Үҙем ауылда үҫкәс, ауыл халҡына мөрәжәғәт итәм: ауып ятҡан ағас ныҡ була. Уны бағана итеп тә, башҡа ерҙә лә ҡулланырға мөмкин. Ауыл халҡы өсөн ул файҙалы буласаҡ. Ауылда газ булғас утын нимәгә ул, тип тә әйтәләр. Быны ауылда йәшәмәгән кеше генә әйтә. Ағас һәр ваҡыт кәрәк.

Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Думаһы депутаты

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ