Рәсәйҙә социаль селтәрҙәрҙә деструктив контентҡа мониторинг уҙғарыусы орган булдырыу мотлаҡ. Был турала Стәрлетамаҡ мәктәбендә шаршамбы теркәлгән осраҡтан һуң Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова белдерҙе.
Омбудсмен шулай уҡ ата-әсәләр һәм педагогтар өсөн үҫмерҙәр менән мөғәләмә итеү буйынса яңы методик тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Алдан хәбәр ителеүенсә, 18 апрелдә Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәренең береһендә 9-сы синыф уҡыусыһы бысаҡ менән синыфташтарына һәм уҡытыусыға ташланып, уҡыу бүлмәһенә ут төрттө. Зыян күреүселәр һәм низағ сығарыусы үҫмер ҡала дауаханаһына урынлаштырылған. Бөгөн мәктәптә уҡыу процесы ғәҙәти режимда дауам итә.




