Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Рәсәй парламентаризмы көнөн билдәләү сиктәрендә йәштәр менән осрашты
Сараға республикала уҙған сараларҙа әүҙемлек күрһәткән 60 ирекмән саҡырылды. Ҡыҙҙар-егеттәрҙең ҡайһы берҙәре мәктәптә, икенселәре юғары уҡыу йорттарында белем ала. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да бер хәрәкәт берләштерә. Башҡортостанда бөгөн 200-ҙән ашыу ирекмәндәр ойошмаһы иҫәпләнә. Улар 14 йүнәлеш буйынса эшләй. Һуңғы йылдарҙа ҡыҙҙар-егеттәр бигерәк тә, Ирекмән-табип, Юғалған кешеләрҙе эҙләү, Уҡыусы тигән йүнәлештәргә әүҙем ҡушыла.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда студенттар, әүҙем йәштәр өсөн асыҡ ишектәр көнө даими уҙғарыла. Осрашыу барышында ирекмәндәргә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йорто буйлап экскурсия ойошторолдо. Улар Башҡортостан Республикаһы парламенты тарихы музейын, Ҙур һәм Бәләкәй ултырыштар залдарын ҡараны. Был иҫтәлекле көндә йәштәр бергәләп фото төштө.




