Экологик сараларҙың ҡайҙа үтәсәге бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында билдәләнде. Акция Төмән өлкәһендә йәшәүсе яҡташыбыҙ Миҙхәт Хәсәнов башланғысы менән ойошторола.
Һөнәре буйынса төҙөүсе булһа ла, замандашыбыҙҙың уй-хыялдары ер өҫтөн байытыу, тәбиғәтте һаҡлау менән бәйле. Ул тыуған Ауырғазы районында күлдәрҙе таҙартыу, ағас, емеш-еләк үҫентеләрен ултыртыу кеүек бик күп эштәр башҡарған.
Хәҙер ул тотош республиканы йәшелләндереү маҡсатын тормошҡа ашыра. Был юлы кедр үҫентеләренән тыш, замандашыбыҙ себер бәшмәге, ҡыҙыл һәм ҡара көртмәле емештәре орлоғон килтерҙе.




