Фонтан миҙгеле яҡынлаша

Өфө фонтандары рәсми рәүештә 1 майҙан эшләй башлай. Әлеге ваҡытта объекттарҙың техник торошон тикшереү, биҙәү-ремонтлау эштәре бара.

Фото №1 - Фонтан миҙгеле яҡынлаша

Һыуҙың көслө баҫымынан хатат, юшҡын ултырған тимер ҙә ялтырап китә. Өфөнөң иң гүзәл урынында урынлашҡан фонтан айырым иғтибар талап итә. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарының яратҡан объектының матурлығын һаҡлар өсөн хеҙмәткәрҙәр бар көсөн һалырға тырыша. Рәфис Хөснийәров уның төҙөклөгө өсөн яуаплы.

“Фонтандарҙы ҡышҡылыҡҡа ябып ҡуябыҙ, яҙғыһын киренән асабыҙ. Шунан һуң ремонт эштәрен башҡара башлайбыҙ. 1 майға барыһы ла яҡшы буласаҡ”.

Рәфис Хөснийәров, фонтанды ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электр монтеры

Береһе фонтандың юшҡынын таҙалаһа, икенсеһе иллюминация фонарҙарын нығыта. Ул сафтан сыҡмаған, ҡышҡы һыуыҡҡа бирешмәгән.

“Көнө буйына эшләйбеҙ. Таҙартабыҙ, йыуабыҙ. Беребеҙ бөтһә, икенсебеҙ эшкә тотона”.

Наил Әхмәтйәнов, фонтанды ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электр монтеры

Тотош донъя кимәлендә танылыу алған "Ете ҡыҙ" фонтаны ла тиҙҙән "бейергә" төшәсәк. Һоҡланғыс объектта шулай уҡ әҙерлек эштәре бара.

“Ете ҡыҙ” фонтанын ҡыштан һуң яңы миҙгелгә әҙерләй башланыҡ. Әлеге ваҡытта ҡышҡы сүп-сарҙы таҙартыу, граниттарҙы йыуыу эштәре бара. Бының өсөн бөтә көсөбөҙ һалынған. 1 майға барыһы ла әҙер буласаҡ.

Айрат Мостафин, "Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы" предприятиеһы хеҙмәткәре
Башбат

Өфөлә генә ике тиҫтәләп фонтан иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһенә аҙна аҙағына тиклем тулы тикшереү үткәреү бурысы ҡуйылған. Ә инде унан һуң, йола буйынса фонтан миҙгеле 1 майҙан асыла.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ