21 апрелдә бөтә илдә "Китапхана төнө" уҙа

Социаль-мәҙәни акцияға республика китапханалары ла әүҙем ҡушылмаҡсы. Рәсәйҙә етенсе йыл рәттән ойошторолған сара эстафетаһын тәүгеләрҙән булып Башҡортостан ҡабул итте.

Фото №1 - 21 апрелдә бөтә илдә "Китапхана төнө" уҙа

Китап уҡыусылар бөгөн үк, киске сәғәттәрҙә әҙәби уҡыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша ала. "Китап тылсымы" тип аталған бай йөкмәткеле программаға 21 апрелдә лә ҡушылырға мөмкин.

Баш ҡалала бер нисә майҙансыҡ эшләйәсәк, уларҙа Ғаилә йылына арналған фекер алышыуҙар, викторина һорауҙары үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ социаль видеороликтар, фильмдар, йәнһүрәттәр күрһәтеү күҙаллана.

Автор: Фәниә Юланова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ