Республика Прокуратураһы икенсе төркөм инвалиды булған 26 йәшлек ҡатындың хоҡуҡтарын яҡланы. Билдәле булыуынса, ҡатын ҡыйбатлы препараттарға мохтаж була.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, мөмкинлеге сикләнгән ҡатын бер нисә тапҡыр дарыуҙар һорап дауаханаға мөрәжәғәт итә. Әммә табиптар уның һорауын кире ҡаға. Ҡатындың ике йөҙ мең һумлыҡ дарыуҙарҙы һатып алырға мөмкинселеге булмай, шуға күрә ул прокуратураға мөрәжәғәт итә.
Прокуратура ҡатынды кәрәкле препараттар менән тәьмин итеүҙе талап итә. Суд ыңғай ҡарар сығара.




