Халыҡты ниндәй һорауҙар борсой, Стәрлетамаҡ фажиғәһенән беҙ ниндәй һығымта яһаныҡ, Шихандар яҙмышы буйынса борсолорға кәрәкме? Рөстәм Хәмитов пенсияға йыйынамы? Ошондай сетерекле һорауҙарға яуап бирелде.
Быйылғы һөйләшеү һигеҙенсеһе. Әңгәмә республиканың төп телерадио каналдарында тура эфирҙа барҙы. Техник элемтәне "Башинформсвязь" йәмғиәте тәьмин итә. Быйыл колл үҙәк операторҙары тарафынан һәм төрлө мессенджерҙар буйынса 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.
Стәрлетамаҡ фажиғәһе тотош йәмәғәтселекте тетрәндерҙе. Шуға күрә ошо ваҡиғаланың эҙемтәләре, ниндәй саралар күреләсәге хаҡында һорауҙың тәүгеләрҙән яңғырауы осраҡлы түгел. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бында интернетты ғәйепләргә ярамай, балаларға Һуңғы көндәрҙең иң көнүҙәк темаһынан тыш, йылдан йылға күсеп килгән мәңгелек һорауҙар ҙа бар. Мәҫәлән, юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, медицина хеҙмәтләндереүе сифаты. Мәғариф системаһы буйынса ла мөрәжғәттәр байтаҡ. Мәҫәлән, төпкөл ауылдарҙа йә интернеттың тиҙлеге әҙ, йә заманса компьтерҙар юҡ.
Республика башлығына һорауҙар ҡабул итеү һигеҙ көн элек үк башланды, былтыр алты телефон линияһы эшләһә, быйыл ундан ашыу шылтыратыу бер юлы ҡабул ителә. Был үҙ сиратында күберәк мөрәжәғәт ҡабул итеү мөмкинлеге биргән. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар әйтеүенсә, бар өмөт Республика етәкселегендә.
Республика башлығына мөрәжәғәт итеүселәр араһында дөйөм проблемаларҙы күтәреүселәр ҙә, шәхси һорауҙар менән сығыусылар ҙа бар. Өлкәндәр пенсия, дарыуҙар менән бәйле һорауҙар бирһә, йәштәрҙе торлаҡ, ер участкаһы, субсидиялар алыу мәсьәләһе борсой. Күптәр 300 мең һумды юллау менән бәйле ҡатмарлыҡтарға зарлана. Рөстәм Хәмитовтың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа етерлек. Дәүләт эшенән ғаиләһе өсөн ваҡыты ҡаламы, отставкаға китергә йыйынмаймы һәм башҡалар. республика башлығы әйтеүенсә, ваҡыт етмәй, әммә булғанын ул яҡындары менән үткәрерәг тырыша, ғаилә актив ялды, спортты ярата.
Быйыл тәүге тапҡыр сит өлкәләр менән дә тура бәйләнеш ойошторолдо. Тәжрибә күрһәтеүенсә, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә Республика яҙмышына битараф түгел. Был юлы әңгәмәгә Мәскәүҙәр һәм Силәбеләр ҡушылды.
Республика башлығы менән тура бәйләнеш һигеҙенсе тапҡыр ойошторолдо, ул халыҡты борсоған проблемаларҙы асыҡлай һәм власть органдарына эшмәкәрлекте нинждәй йүнәлештә алып баррыға кәрәклеген дә билдәләй.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәне Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәне беҙҙең сайтта уҡырға мөмкин. уҡырға мөмкин.




