Ағиҙел күпере ҡасан асыла

Башҡортостан Башлығы менән әңгәмә барышында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын борсоған иң көнүҙәк һорау - Ағиҙел күперенән транспорт хәрәкәте тергеҙелеүе лә күтәрелде.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, әле был мәсьәләне хәл итеү юлы табылған. Күперҙе ҡала етәкселеге тәҡдим иткән 300 миллион һум урынына ни бары утыҙ ете миллион һумға ғына төҙөкләндерәсәктәр.

Әйткәндәй, был аҡсаларҙы үҙ килеменән Өфө аэропорты бүлгән. Ләкин был күләм бер нисек тә арттырылырға тейеш түгел, тине Рөстәм Хәмитов.