Осрашыуҙа үҙен афробашҡорт тип таныштырған сит ил студентынан да һорау яңғыраны

Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәгә Ангола республикаһынан Башҡортостанда белем алыусы Матеуш Эштейта ла ҡушылды.

Республика башлығын ул Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләп килеүсе Африка халыҡтары бейеүҙәре түңәрәге эшмәкәрлеге менән танышырға саҡырҙы. Сит ил студенты йылы ҡабул иткәндәре һәм төплө белем алыуға һәр төрлө ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан халҡына тәрән рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Рөстәм Хәмитов һорауға ихлас йылмайыу менән яуап бирҙе һәм студенттарҙың саҡырыуын ҡабул итте.