Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар беҙҙең ватсап мессенджеры аша ла килде. Уларҙың береһенә туҡталып үтәбеҙ, Стәрлетамаҡта йәшәгән тиҫтәгә яҡын ғаилә 33-сө балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге туҡтатылыуына бәйле ярҙам һорап мөрәжәғәтен ҡалдырғайны. Билдәле булыуынса, ике йыл элек кенә сафҡа индерелгән мәктәпкәсә учреждение өлөшләтә емерелә башлағас декабрҙә ябылған. Өс йөҙҙән ашыу бала яҡындағы балалар баҡсаларына урынлаштырылған.
Ихата балалары бәләкәй генә ҡом майҙансығында уйнап, бәүелсәктә бәүелеп ваҡытын үткәрә. Ҡояштай балҡып торған мәктәпкәсә учреждениеға улар хәҙер ҡойма аша ғына ҡарай, унда инеү тыйылған. Биш ай элек Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Ата-әсәләр өсөн был яңылыҡ йәшен һуҡҡандай була.
Мәктәпкәсә учреждение ябылғандан һуң, 320 малай-ҡыҙ яҡындағы балалар баҡсаларына урынлаштырыла башлай. Әммә унда күптәр әле лә сит ҡунаҡ ҡына, урындар етмәү сәбәпле, ярты көнгә генә йөрөүселәр бар, иртәнге аш ашарға ғына тиергә була. Йәш әсәләр сабыйҙары таныш мөхиттән айырылып, икенсеһенә тиҙ генә өйрәнеп китә алманы",- тип борсола. Күптәр логопед ярҙамынан мәхрүм ҡалған.
Өс бала әсәһе Гөлназ Янбаеваның өй ҡаршыһында ғына ошо балалар баҡсаһы урынлашҡан, уның сабыйҙары ла ошо мәктәпкәсә учреждениела тәрбиәләнергә тейеш була. Тик йыл ярым эсендә күтәрелгән бинаның өлөшләтә емерелә башлауы - Янбаевтарға ғына түгел, йөҙҙәрсә ғаиләгә юл ғазабы өҫтәй.
Балалар баҡсаһы 2016 йылдың июлендә сафҡа индерелгән. Билдәле булыуынса, тәүге айҙарҙа уҡ бина эсендә етешһеҙлектәр күренә башлай. Түбәнән штукатуркаһы ҡойола, стенала ярыҡтар барлыҡҡа килә. Ата-әсәләр әйтеүенсә, унда әле бармаҡ һыйырлыҡ ярыҡтар ҙа бар.
Урындағы хакимиәт, тәү сиратта, кескәйҙәрҙең хәүефһеҙлеген хәстәрләп, мәктәпкәсә учреждениены япҡан. Был аҙнала өлөшләтә емерелә башлаған бинала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов та булды. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә экспертиза эштәрен тамамлап, киҫкен проблеманы хәл итергә ҡушты. Етешһеҙлектәр өсөн, иң беренсе сиратта, төҙөлөш компанияһы яуаплы.
Рөстәм Хәмитов алдағы ике-өс айҙа балалар баҡсаһындағы проблеманы хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Бөгөн бинала экспертизаның икенсе этабы ойошторолдо. Стеналарҙағы ярыҡтар ентекләп тикшерелде. Әйткәндәй, иҙәндәрҙең торошо ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Бүлмә эсендәге линолеум ҡубыу сәбәптәрен асыҡларға өлгөләр алынды.
Әлегә төҙөлөш компанияһына ҡаршы судҡа дәғүә бирелгән. Әгәр ҙә ойошманың ғәйебе иҫбатланһа, 33-сө балалар баҡсаһында табылған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе лә ул үҙ иҫәбенә бөтөрөргә тейеш буласаҡ.




